3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2010 йыл, 16:30

«Туймазинец» крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһы фермерҙары көнөнә 200 тонна ҡыяр йыя

автор: Ғәлиә Нәбиева

Баҫыуҙар саҡ ҡарҙан әрселә, ә «Туймазинец» крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһында уңыш йыйыу осоро ҡыҙа. Ябыҡ грунт ҡыяры өлгөргән. Көн һайын фермерҙар һәр гектарҙан бер тоннаға яҡын ҡытырлап торған һутлы ҡыяр йыя. Дөйөм алғанда бар ассоциациянан көнөнә 200 тоннаға яҡын уңыш алына.  

— Витаминлы продукцияны тәүге тапҡыр фермерҙар март аҙағында йыйып ҡараны, — тип һөйләй  «Туймазинец» рәйесе урынбаҫары Лилиә Комарова. – Бөгөн ҡыярҙарҙы күпләп йыйыу башланды. Помидорҙар ҙа өлгөрөп килә. Апрель аҙағында томаттың беренсе уңышын алырға ниәтләйбеҙ.

«Туймазинец» крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһында барыһы 135 ағза иҫәпләнә. Улар ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре.  Шуларҙың 80-е ябыҡ грунттағы йәшелсәләләр үҫтереү эшен алып бара. Уңышты һатыу менән ҡыйынлыҡтар юҡ. Яңы өҙөлгән йәшелсәләрҙе Өфө, Нефтекама, Бәләбәй, республиканың башҡа ҡалаларының ҙур булмаған күмәртәләп сауҙа итеүсе фирмалары һатып ала. Уҙған йылдан алып Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар компаниялары ла даими клиенттар иҫәбендә. Продукцияны үҙҙәре килеп ала.

Бынан тыш, фермерҙар бәшмәк үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Мартта  дүрт тонна шампиньон йыйып алынған һәм ҡулланыусыларға оҙатылған.