11 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2010 йыл, 16:17

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ярҙамға аҡса килә башланы

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанда 2010 йылдың 11-12 июнендә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әүҙем әҙерлек дауам итә.

Башҡорттарҙың халыҡ-ара форумына әҙерлек сиктәрендә республикала ижтимағи-сәйәси саралар – фәнни конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә. Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорттар ҡоролтайҙары үткәрелә, уларҙа туған телде һаҡлау һәм өйрәнеү, милли мәҙәниәтте тергеҙеү мәсьәләләре тикшерелә, Бөтә донъя ҡоролтайына делегаттар һайлана.

Әлбиттә, был масштаблы эш билдәле бер финанс сығымдары талап итә. Был мөһим ижтимағи форумға ярҙам итеү өсөн предприятиелар, ойошмалар һәм шәхси кешеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы фондына аҡсалата средстволар күсерә башланы.

Беренсе булып Башҡортостан Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең бер көнләк хеҙмәт хаҡын, 89 мең һумға яҡын аҡса, күсерҙе. Республиканың Конституция Суды аппараты хеҙмәткәрҙәре лә үҙ өлөштәрен индерҙе, улар ҙа бер көнлөк эш хаҡын ҡоролтай үткәреү фондына күсерҙе. Финанс средстволары айырым граждандарҙан да килә.