Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың үлсәү ҡулайламалары ханты-манси ятҡылыҡтарында эшләйәсәк

Иҡтисад

Өс компонентлы үлсәү ҡулайламаларын Башҡортостан предприятиеһы —«ОЗНА» акционерҙар компанияһы  Ханты-Манси автономиялы округының ятҡылыҡтарына оҙата. Сорғот нефтселәре үткәргән тендер барышында ошондай заказ яһалған.

«ОЗНА» компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә,  Көнсығыш Себерҙәге Талаҡан ятҡылығы өсөн юғары газ факторына һәм тәүлегенә 1500 тонна дебитҡа иҫәпләнгән 20 комплектҡа яҡын «ОЗНА-Массомер» ҡулайламалары етештереләсәк. Сорғот нефтселәренең индивидуаль талаптары нигеҙендә етештерелгән бындай ҡорамалдар 2007 йылдан алып Көнсығыш Себерҙә уңышлы файҙалана һәм ҡулланыусыларҙың юғары баһаһын алған.  

Үлсәү ҡулайламаларынан тыш, «ОЗНА» компанияһына нефтселәргә һыу таратыу блоктарын һәм реагенттарҙы дозалау блоктарын етештереп оҙатырға тура киләсәк.

Контрактты үтәүҙең һуңғы ваҡыты тип ағымдағы йылдың икенсе һәм өсөнсө кварталы билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть