10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2010 йыл, 15:36

Вице-премьер Айрат Ғәскәров Башҡортостан парламентының Почет билдәһенә лайыҡ булды

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР финанс министры Айрат Ғәскәров республика парламентының юғары наградаһына лайыҡ булды. «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырыуса ҙур өлөш индергәне өсөн» Почет билдәһен уға бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы ултырышында республика парламенты спикеры Константин Толкачев тапшырҙы.

«Айрат Рафиҡ улы беҙҙең Дәүләт Йыйылышы эшендә бик һөҙөмтәле ҡатнаша, — тип билдәләне Константин Толкачев. – Закон проекттарын тәҡдим итеп, беҙҙең ҡануниәт органы ҡарауына сығарылған теге йәки был мәсьәләгә анализ яһағанда ул һәр ваҡыт ентеклелеге, әҙәплелеге, тәфсиллеге менән айырылып тора».

Айрат Ғәскәров БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесен, финанстар өлкәһендә Башҡортостан ҡануниәте кимәле һәр ваҡыт юғары булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, тип ышандырҙы.

Константин Толкачев шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Купцовҡа, БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Тимур Шакировҡа Дәүләт Думаһы Почет грамоталарын тапшырҙы.