Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса Сик буйы идаралығы начальнигы менән осрашыу

Сәйәсәт

13 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса Сик буйы идаралығы начальнигы Александр Костюченков менән эш осрашыуы үткәрҙе. Башҡортостанға ул Өфөләге сик буйы үткәреү пункты эше менән танышыу маҡсатында килгән.

Осрашыу ваҡытында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте алдында торған мөһим мәсьәләләр тикшерелде. «Өфө-аэропорт» сик буйы контроль бүлексәһенең былтырғы эш һөҙөмтәләре ҡаралды.

Башҡортостан Президенты, республикала граждандарҙың именлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур әһәмиәт бирелә, тип билдәләне.

— Хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа ил сиге именлеген бергәләшеп кенә тәьмин итергә мөмкин булыуын аңларға кәрәк. Һәм беҙ республикала сик буйы хеҙмәтенә кәрәкле шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ, — тине Мортаза Рәхимов.

Александр Костюченков «Өфө-аэропорт» сик буйы контроль бүлексәһе эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Ул, подразделение тотороҡло эшләй һәм ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да уңышлы үтәй, тип билдәләне.

Шулай уҡ осрашыуҙа пассажирҙар ағымы артыу шарттарында “Өфө” Халыҡ-ара аэропортының үткәреү пункттарын артабан техник модернизациялау мәсьәләләре ҡаралды.

Эш осрашыуында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев, Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса Сик буйы идаралығының «Волга буйы» сик буйы контроль отряды начальнигы Геннадий Бежанов, «Өфө-аэропорт» сик буйы контроль бүлексәһе начальнигы Александр Бызов ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть