Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Балиғ булмаған үҫмерҙәр өсөн наркотиктарға ҡаршы программа әҙерләнде

Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы БР буйынса Эске эштәр министрлығы һәм «Индиго» Ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге менән берлектә «Маҡсаттар һәм ғәмәлдәр берҙәмлеге – Башҡортостандың сәләмәт балалары» программаһын әҙерләне.

Идаралыҡ начальнигы полиция генерал-лейтенанты Валерий Кокин билдәләүенсә, был программаны ҡабул итеү төбәктә генә түгел, тотош Рәсәйҙә наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше һәм ҡулланыу өлкәһендә кире тенденциялар һаҡланыуы, һәм уның республика халҡының һаулығына, иҡтисадына, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға һәм именлегенә хәүеф менән янауы сәбәпле лә мөһим.

Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә наркотик ҡулланыу сәбәпле иҫәптә торған балиғ булмаған үҫмерҙәр һанының, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә үҫмерҙәр тарафынан яһалған енәйәттәрҙең һәм административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙың кәмеүе көтөлә.  

Өфө биләмәһендә проектты уңышлы тормошҡа ашырған осраҡта уны республиканың бөтә ҡалаларына һәм райондарына таратыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть