9 декабрь, Йома

13 апрель 2010 йыл, 11:46

Йәштәр инновацион проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың йәш ғалимдары һәм студенттары Рәсәйҙә башланған Владимир Зворыкин исемендәге йәштәр премияһы тапшырыуға инновацион проекттар конкурсында ҡатнаша ала. РФ Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан ойошторолған был ярыш уйлап табыу әүҙемлеген күтәреүгә, йәш уйлап табыусыларҙың һәм инноваторҙарҙың фәнни-техник ҡеүәтен ватан һәм сит ил  инвестицион-финанс ресурстары менән бергә туплауға, Рәсәйҙең инновацион ҡеүәте тураһында ыңғай йәмәғәтселек фекере булдырыуға йүнәлтелгән. 2010 йылдың декабрендә Мәскәүҙә үткәреләсәк өсөнсө йәштәр инновацион конвенты конкурсты йомғаҡлау булып торасаҡ.

Еңеүселәр һигеҙ номинацияла билдәләнәсәк: өс дөйөм — «Иң яҡшы инновацион идея», «Иң яҡшы инновацион продукт», «Иң яҡшы инновацион проект» һәм биш махсус — «Ядро технологиялары», «Энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергияны һаҡлау», «Космос технологиялары һәм телекоммуникациялар», «Медицина технологиялары», «Стратегик мәғлүмәт технологиялары».

Конкурста үҙ проекттарын www.innovaterussia.ru сайтында теркәгән 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр ҡатнаша ала. Конкурс заявкалары  15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Өс дөйөм номинация буйынса проекттар төбәк экспертизаһы ярҙамында, шулай уҡ «Селигер — 2010» форумында «Инновациялар һәм техник ижад» сменаһы, төбәк һәм округ конвенттары сиктәрендә һайлап алынасаҡ.

Биш махсус номинация буйынса проекттарға федераль эксперт советы экспертиза үткәрәсәк. Был йүнәлештәрҙә үҙ эштәрен тәҡдим иткән йәш ғалимдар «Селигер — 2010» йәштәр форумына саҡырыласаҡ.

Ентекле мәғлүмәтте (347) 251-57-11 телефоны аша йәки БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының www.minsport02.ru рәсми сайтындағы «Конкурстар» бүлегендә алырға мөмкин.

темалар: конкурстар, фән