6 декабрь, Шишәмбе

13 апрель 2010 йыл, 11:18

Башҡортостанда Балалар һәм йәштәр матбуғаты декадаһы старт алды

автор: Юлай Мәғсүмов

Кисә республикала БР Мәғариф министрлығының һәм Федераль почта элемтәһе идаралығының әүҙем ҡатнашлығында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралығы менән ойошторолған Балалар һәм йәштәр матбуғаты декадаһы старт алды.

Республика һәм муниципаль баҫмалар журналистары ҡатнашлығында 10 көн дауамында белем биреү учреждениеларында тематик кисәләр, конкурстар, викториналар үтәсәк. 15 апрелдә Салауат ҡалаһында Баҫмаға яҙылыусы көнө ойошторола. Был сарала ҡала мәктәптәре генә түгел, Башҡортостандың бар көньяҡ төбәгенең уҡыусылары һәм педагогтары ла ҡатнаша. Баҫмаға яҙылыусылар балалар һәм йәштәр гәзит-журналдарына яһалған ташламаларҙан файҙаланып шатлана аласаҡ.

Бындай акциялар үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән дә инде. Мәҫәлән, 2010 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса 2009 йылға ҡарағанда балалалар һәм йәштәр матбуғатына тираждың кәмеүе түгел, дуҫтарының артыуы асыҡланған.  

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ планы менән май айында ошондай уҡ Милли матбуғат декадаһын үткәреү ҡаралған.