8 декабрь, Кесе йома

13 апрель 2010 йыл, 10:18

Өфөлә май башына юлдағы “соҡорҙарҙы” ремонтлау тамамланасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә юлдарҙы ремонтлауҙың яңы миҙгеле етте. Ҡаланың бөтә төп юлдары йүнәтеүҙе талап итә. Беренсе сиратта, был Өфөнөң үҙәк урамдары һәм йәмәғәт транспорты маршруттары линиялары. Дөйөм алғанда, улар Өфөнөң бөтә автомобиль юлдарының 50-60 процентын тәшкил итә.

— Бөгөнгә юл полотноһының алты мең квадрат метры самаһы ремонтланған, быға бер мең тонна асфальт талап ителде, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең  Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Николай Соловьев. – Хәҙер “соҡорҙарҙы” ремонтлау эштәре алып барыла, улар 1 майға тамамланырға тейеш, шулай уҡ ҡойолған асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡулланып та ремонт алып барыла. Ул көҙ аҙағына ғына тамамланасаҡ.

Эштәргә Өфөнөң бөтә райондарынан махсус техникаһы, шул иҫәптән ҡатмарлы операцияларҙы үткәреү өсөн термобункерҙары булған муниципаль предприятиелар йәлеп ителгән. Юлдарҙы ремонтлауҙа шулай уҡ ҡаланың төп подрядсыһы – «Өфө битум эмульсиялар заводы» муниципаль унитар предприятиеһы ҙур роль уйнай.

Николай Соловьев әйтеүенсә, эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла.