8 декабрь, Кесе йома

13 апрель 2010 йыл, 10:04

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Башҡортостан бюджетына бер миллиард ярым һум күсергән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы квартал планын арттырып үтәгән. 2010 йылдың ғинуар–март айҙарында ведомство хосусилаштырыу һәм милекте файҙаланыуҙан республика бюджетына  бер миллиард 485 миллион һум средстволар килеүен тәьмин иткән. Дәүләт милке менән файҙаланыуҙан килгән дөйөм сумманан, ҡуртымға түләүҙән, дивиденттар һәм дәүләт унитар предприятиелары килеменең бер өлөшөн күсереүҙән, бер миллиард 330 миллион һум табыш алынған. Дәүләт милкен һәм акциялар пакетын һатыуҙан – 154 миллион һумдан ашыу.

«Башинформ» агентлығына БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияровтың хәбәр итеүенсә, уҙған йылдағы ошондай уҡ осор менән сағыштырғанда, акцияларҙың дәүләт пакетына дивиденттар артыуы арҡаһында алынған килем күләме бер нисә тапҡырға күбәйгән. Шул уҡ мәлдә «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте республика бюджетына ярайһы ҙур суммалар күсергән. Шулай уҡ ер участкаларын, фондтың торлаҡҡа ҡарамаған объекттарын ҡуртымға биреүҙән һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт мөлкәтен һатыуҙан килгән килем суммалары ла артҡан.