Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баймаҡта урман ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса кәңәшмә үтте

Иҡтисад

Баймаҡта урман ресурстарын рациональ файҙаланыу проблемалары буйынса кәңәшмә үтте. РФ Урман кодексы положениеларын тормошҡа ашырыу, ҡуртымсылар менән үҙ-ара эш итеү, ағасты файҙаланыу һәм халыҡҡа ағас бүлеү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы файҙаланыуға айырыуса ҙур иғтибар бирҙе.      

— Ылыҫлы тоҡомдарҙы ғына түгел, ҡайын, йүкә, уҫаҡ кеүек ағастарҙы ла эшкәртә белеү мөһим. Миҫал итеп Хәйбулла, Ишембай, Иглин райондарындағы ҡайһы бер бәләкәй бизнес предприятиеларын килтерергә мөмкин, улар үрҙә һанап кителгән ағас тоҡомдарын паркет етештереү өсөн сеймал сифатында файҙалана, — тине ведомство башлығы. — Әммә был йүнәлеште үҫтереүҙә инвестицияларһыҙ эште алға ебәреп булмаясаҡ.  

Халыҡҡа ағас бүлеүгә килгәндә, БР Урман хужалығы министрлығы халыҡҡа үҙ ихтыяждары өсөн йорт һалыуға ағасты аукцион үткәрмәйенсә бүлә. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бындай хоҡуҡ менән 25 йылға бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Был маҡсатта 150 кубометрға тиклем ағас алырға мөмкин. Йыл һайын утынға байтаҡ ағас бүленә. Йорт алды ҡаралтыларын йүнәтеү өсөн ағас кәрәк булһа,  граждандар был маҡсатта 15 йылға бер тапҡыр ағас алыу хоҡуғына эйә. Күләме – иң күбе 50 кубометр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп граждандар үҙ маҡсатында файҙаланыу урынына бүленгән урманды сит ойошмаларға һаталар. Һөҙөмтәлә кеше төҙөлөш материалыһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡала.

Рәжәп Нәбиуллин шулай уҡ, Башҡортостандың урман хужалығы тармағына ҡуртымсылар менән асыҡ мөнәсәбәттәр системаһы булдырырға кәрәк, тип билдәләне. Был планда республика лесничестволары мөһим роль уйнарға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть