8 декабрь, Кесе йома

12 апрель 2010 йыл, 17:56

Дмитрий Клоков – ауыр атлетика буйынса Европаның вице-чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиҙа ауыр атлетика буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Рәсәй өсөн сығыш яһаусы Башҡортостан ауыр атлеты Дмитрий Клоков, ике күнегеү суммаһы буйынса 409 килограмм күтәреп, 105 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында «көмөш» миҙал яуланы.

Был ауырлыҡ категорияһында Европа чемпионы исемен 2008 йылғы Олимпиада чемпионы белорус Андрей Арамнов (420 кг) алды.

Икенсе рәсәйле Владимир Сморчков «бронза» яуланы (408 кг).