8 декабрь, Кесе йома

12 апрель 2010 йыл, 17:48

Ветерандарға ярҙамға РФ Йәмәғәт палатаһының “ҡыҙыу линияһы” эшләй

автор: Марина Шумилова

Дүшәмбе көндө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙамға РФ Йәмәғәт палатаһының "ҡыҙыу линияһы” асылды, һәм уға шылтыратыуҙар килә башланы, тип хәбәр итә РИА Новости. Мохтажлыҡ булғанда Йәмәғәт палатаһы ағзалары ветерандарға үҙҙәре барасаҡ, көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

“Ҡыҙыу линия”ны асҡанда Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Анатолий Кучеренаның билдәләүенсә, палата ике аҙнаға бер тапҡыр ветерандар шылтыратыуҙары буйынса отчет конференцияһын үткәрәсәк.

"Ҡыҙыу линия" үҙенең эшен Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндән һуң да дауам итәсәк һәм йыл аҙағынаса эшләйәсәк. “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса ветерандар ғына түгел, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары, туғандары ла мөрәжәғәт итә ала.  

Ҡыҙыу линияның телефоны — 8 800 555 25 00. Ул тәүлек әйләнәһенә һәм бушлай эшләй.