8 декабрь, Кесе йома

12 апрель 2010 йыл, 17:36

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, биш көнлөк эш аҙнаһында байрам көндәре менән бәйле 2010 йылдың 1, 2, 3, 8, 9 һәм 10 майы ял көндәре булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май – Хеҙмәт һәм Яҙ байрамы, 9 май – Еңеү Көнө байрамы тип билдәләнә һәм ял көндәре булып тора.

2010 йылда байрам иҫәпләнгән 1 майҙағы ял көнө аҙналағы ял көнө — шәмбегә, 9 май – йәкшәмбегә тура килә. Тимәк, ял шәмбенән, 1 майҙан, 2010 йылдың 3 майына, дүшәмбегә, күсерелә, ә 9 майҙағы ял көнө — 2010 йылдың 10 майына, дүшәмбегә. 30 апрелдә эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.