6 декабрь, Шишәмбе

12 апрель 2010 йыл, 17:04

2009 йыл өсөн сифат өлкәһендә Президент Премиялары тәғәйенләнде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 10 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «2009 йыл өсөн продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә БР Президенты Премияларын тәғәйкенләү тураһында» Указына ҡул ҡуйҙы.

Конкурс комиссияһы тәҡдимдәрен ҡарау һөҙөмтәһендә Премиялар түбәндәге ойошмаларға бирелгән:

«ОЗНА» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Уфанефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте , «Красный пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Востокнефтезаводмонтаж» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Республика кардиология диспансерына, «Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, «Буринтех» фәнни-производство предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, «Буребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-ғәмәли институтына – беренсе урын өсөн;

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Күмертау авиация производсто предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Синтез-Каучук» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, Өфө дәүләт нефть техник университетына, Г.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына – икенсе урын өсөн;

«Восход» Өфө икмәк берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Сибай элеваторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә , "Башгипронефтехим" дәүләт унитар предприятиеһына, «НефтеГазВзрывПромСтрой» тресы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, Өфө ҡалаһының 8-се клиник дауаханаһына, Туймазы районының Үҙәк район дауаханаһына, Салауат педагогия колледжына – өсөнсө урын өсөн.

Премия лауреаттарына Сифат кубоктары һәм дипломдар тапшырыласаҡ.