11 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2010 йыл, 15:17

Премьер-министр интернаттан һуң балаларҙы күҙәтеүгә алыу программаһын эшләргә ҡушты

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 12 апрелдә үткәрелгән кәңәшмәлә интернаттан һуң етем балаларҙы күҙәтеүгә алыу республика программаһын әҙерләргә ҡушты.

– Балалар йорто стенаһынан сыҡҡас, балалар бихисап проблемалар менән осраша, – тине Премьер-министр. – Тормош көтөргә ҡулайлашмау, торлаҡ, социаль бәйләнештәр булмау, эшкә урынлашыу менән проблемалар – ҡыҫҡаһы, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтарҙың иге-сиге юҡ. Һәм үҫмер үҙе генә уларҙы бер нисек тә йырып сыға алмаясаҡ. Мотлаҡ, дәүләт ярҙамы, һеҙҙең менән беҙҙең битараф булмау кәрәк!

Проблемаларҙың бер өлөшө федераль финанслау һәм ил кимәлендә ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә. Ләкин республика кимәлендә хәл итерлек йүнәлештәр ҙә бар. Мәҫәлән, һөнәри йүнәлеш биреү, сәләмәтләндереү буйынса эш. Йыш ҡына балаларҙы теләген һәм һәләтен иҫәпкә алмайынса уҡыу йортона уҡырға ебәрәләр. Күп балалар етди хроник сирлеләр, әммә тейешле иғтибар булмау сәбәпле, ваҡытында дауалана алмаған. Шуға күрә сифатлы диспансерлаштырыу үткәреү һәм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса артабан дауалау көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

Иң мөһиме, балалар йортонан сыҡҡас үҫмер үҙ аллы тормошҡа әҙерлекле булып аяҡ баҫһын, дәүләт уны күҙ уңынан ысҡындырмаһын һәм кәрәк саҡта ярҙам итә алһын. Һәр балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе үҙ аллы тормошҡа әҙерләү буйынса махсус занятиелар үткәрелергә тейеш.

– Балалар йорттарынан сығарылыусылар үҙ аллы тормошҡа яраҡлашҡан булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев.