Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Апрелдә Башҡортостанда янғынға ҡаршы айлыҡ иғлан ителгән

Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 31 марттан 30 апрелгә ҡәҙәр Башҡортостанда БР Хөкүмәте ҡарары менән янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителде, уның дауамында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн профилактик саралар комплексы көсәйтелә.  

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш Идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын яҙ-йәй миҙгеле етеү менән торлаҡ секторында, урман массивында, баҡса ширҡәттәрендә, баҫыуҙарҙа янғындар артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2009 йылдың мартынан алып сентябренә тиклем республикала  2508 янғын теркәлгән, шул иҫәптән ауыл ерендә — 1403, урмандарҙа — 119.

Был арала ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейес менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу янғындың төп сәбәптәре булып тора.

Янғындарҙы һәм кешеләр үлемен булдырмау маҡсатында республикала йыл һайын бер нисә  превентив сара үткәрелә, халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында мәғлүмәт еткереү буйынса эштәр әүҙемләшә.

Янғын хәүефһеҙлеге декларацияһын тултырыу янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса актуаль мәсьәләләрҙең береһе иҫәпләнә. 2008 йылдың 22 июлендәге 123-ФЗ һанлы «Янғын хәүефһеҙлеге талаптары тураһында техник регламент» Федераль законына ярашлы һаҡлау объекттарына декларация тултырыу 2010 йылдың 1 майына тиклем тамамланырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть