Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың һәр гражданына - бушлай юрист кәңәше

Йәмғиәт

Шишәмбе, 13 апрелдә, 15-17 сәғәттәрҙә "Версия Башкортостана" гәзите редакцияһында сираттағы "ҡыҙыу линия" үткәрелә. Был хеҙмәт түләүһеҙ һәм теләге булғандарҙың барыһы ла юристар ярҙамы менән ҡуллана ала, ни бары Өфөләге 272-79-16 телефон һандарын йыйырға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был рубрика – даими, граждандар менән туранан-тура аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә ойошторола.  

«Ҡыҙыу линия»ға бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар  "Версии Башкортостана" гәзитенең киләһе номерҙарында баҫтырыла. Уҡыусыларҙың һорауҙарына квалификациялы һәм тәжрибәле юристар – адвокаттар, прокурорҙар, башҡа төрлө хоҡуҡ һаҡлау структуралары хеҙмәткәрҙәре яуап бирә. Был юлы тура бәйләнештә һеҙҙең менән Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре әңгәмәләшәсәк.

Киләһе "ҡыҙыу линия" 27 апрелдә үткәрелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауҙарҙы шулай уҡ гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин  (гәзиттең 15-се битендә) – яуап гәзиттең йәнә бер даими “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть