11 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2010 йыл, 14:12

Минераль ашламалар - республика аграрийҙарына

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте республика ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн минераль ашламаларға хаҡтарҙы килешеп билдәләне.

Республика ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн минераль ашламалар хаҡтары һәм уны һатыуҙың башҡа шарттары 2010 йылдың 7 апрелендә үткәрелгән осрашыуҙа тикшерелде, тип хәбәр итә "Салауатнефтеоргсинтез" йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте. Унда "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев һәм БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡатнашты.

— Бөгөн иң мөһиме — минераль ашламалар хаҡы билдәләнде. Был бик тә ҡыуаныслы хәл, сөнки "Салауатнефтеоргсинтез" һәм "Мәләүез минераль ашламалары" предприятиелары республиканың минераль ашламаларға талабының иң күп өлөшөн— 80 проценттан ашыуын — тәьмин итә, — тип билдәләне Шамил Вахитов.