6 декабрь, Шишәмбе

12 апрель 2010 йыл, 13:22

Күмертауҙа авиасәнәғәтте үҫтереүгә арналған студенттар конференцияһы үтте

автор: Марина Шумилова

Өфө дәүләт авиация техник университетының (ӨДАТУ) Күмертау филиалында һигеҙенсе тапҡырына студенттар ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Был юлы ул «Рәсәй авиасәнәғәте: реалийҙар, күҙаллауҙар, перспективалар» темаһына арналды. Конференция 13 йәштән 29 йәшкә тиклем диапазонда Күмертау урта мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусыларын йыйҙы. Тәүге тапҡыр 42 кеше үҙ эштәрен тәҡдим итте.

Пленар ултырышта ӨДАТУ-ның Күмертау филиалы директоры, профессор, техник фәндәр кандидаты Әнүәр Дауытов; «КүмАПП» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Сергей Микрюков, ӨДАТУ-ның Күмертау филиалы кафедраһы мөдире, профессор, философия фәндәре докторы Андрей Свириденко, шулай уҡ Республика политехник лицей-интернаты, 6-сы һәм 11-се урта мәктәптәр уҡыусылары, Күмертау авиация техникумы, Күмертау тау колледжы, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы, ӨДАТУ-ның Күмертау филиалы студенттары сығыш яһаны.

Конференция сиктәрендә биш секция эшләне: «Технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу», «Материалдарҙың һәм технологияларҙың яңы төрҙәре», «Йәмғиәттәге иҡтисади процестар», «Тәбиғәт фәндәрен ҡушма ҡулланыу», «Хәҙерге заман фәненең гуманитар аспекттары». Дөйөм алғанда, секция ултырыштарында 93 доклад тыңланды.

Конференцияның йомғаҡлау ултырышында иң яҡшы докладтар авторҙары дипломдар менән наградланды. Ә конференцияла ҡатнашҡан уҡыусыларға ӨДАТУ-ның Күмертау филиалында уҡыуға саҡырыуҙар тапшырылды.