Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт-герман мәғариф форумы эшләй башланы

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Немец теле аҙналығы» башҡорт-герман мәғариф форумы эшләй башланы. Сара инициаторҙары — «Башҡортостан-Германия» Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте, республика немец теле уҡытыусылары һәм БР студент-германистары ассоциацияһы.

Иҫәбе буйынса бишенсе форумдың төп бурысы — республикабыҙҙа Германия теленә һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Сара сиктәрендә бөгөн, 12 апрелдә, Башҡорт дәүләт университетында «Башҡортостанда немец теле: проблемалар һәм перспективалар-2010» ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Артабан вузда ғәмәли семинар үтәсәк, унда сит тел булараҡ немец телен уҡытыуҙың хәҙерге заман алымдары һәм технологиялары тикшереләсәк. Белем биреү программаһын «Ил – Мәҙәниәт – Кешеләр» (немец телендә илде өйрәнеү буйынса) CD-проекттар презентацияһы, Немец Берҙәмлеге көнө айҡанлы ГФР-ҙың Екатеринбургтағы Генераль консуллығы тарафынан ойошторолған плакаттар күргәҙмәһе, дидактик әҙәбиәт яңылыҡтары күргәҙмәһе дауам итәсәк.

Мәҙәни программа сиктәрендә Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың немец теле уҡыу залында  «Шварцвальд» фотокүргәҙмәһе асыла, ә «Родина» кинотеатрында немец киноһы фестивале башлана. Тамашасыларға сығышы менән төрөк немец режиссеры Фатих Акин фильмдарының ретроспективаһы тәҡдим ителәсәк.

Шишәмбе көнө, 13 апрелдә, Өфөнөң 39-сы гимназияһында – Немец теле көнө, ә Дим районының «Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә уҡыусылар араһында немец йыры фестивале үтәсәк.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть