3 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2010 йыл, 11:01

Свердловск өлкәһе Башҡортостандың төҙөлөш тәжрибәһен ҡулланыуға ала

автор: Юлай Мәғсүмов

Свердловск өлкәһенең биш муниципаль берәмеге — Екатеринбург, Нижний Тагил, Каменск-Уральский, Полевской һәм Березовский – аҙ ҡатлы төҙөлөш буйынса пилот проектын ғәмәлгә ашырыуға һайлап алынған. Был турала "Башинформ" агентлығына Свердловск өлкәһе хакимиәтенә һылтанма менән дәүләт корпорацияһы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан хәбәр иттеләр.  

Белгестәр әйтеүенсә, 2010 йылда сафҡа индереү планлаштырылған 1,7 млн. квадрат метр торлаҡтың 700 мең квадрат метрын аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө программаһы сиктәрендә төҙөргә ниәтләйҙәр. Свердловск властары Башҡортостан Республикаһының аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө тәжрибәһен нигеҙ итеп алырға ҡарар иткән. Был арзан хаҡлы, тиҙ күтәрелеүсе торлаҡты 9-10 айҙа төҙөргә мөмкин буласаҡ, тинеләр Свердловск өлкәһе хакимиәтенән.  

Аҙ ҡатлы төҙөлөш программаһы социаль яҡтан һаҡланмаған категориялағы граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ эконом класындағы баҙар сегментын тултырыуға йүнәлтелә. Программа дүрт сығанаҡтан — өлкә һәм муниципаль бюджеттарҙан, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан һәм торлаҡ милекселәре иҫәбенән финансланасаҡ.