8 декабрь, Кесе йома

12 апрель 2010 йыл, 10:19

Башҡортостан шпагасылары Рәсәй чемпионатында “көмөш” яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Мәскәүҙең «Чертаново» спорт комплексында фехтование буйынса Рәсәй йәштәр чемпионаты тамамланды. Турнирҙың һуңғы көнөндә ир-егеттәр араһында шпага буйынса команда ярыштары еңеүселәре билдәләнде.

Татарстан шпагасылары иң яҡшылары булып сыҡты.

Финалда Татарстан мушкетерҙары Рәфис Рафиҡов, Ришат Суфияров, Рәшит Хизбуллин һәм Юрий Шишкиндан торған Башҡортостан командаһын еңде. Алыш 45:39 иҫәбе менән тамамланды.

«Бронза»ны «Мәскәү өлкәһе-1» командаһын 45:29 иҫәбе менән отҡан «Мәскәү-1» йыйылма командаһы яуланы.

Йәштәр араһында Рәсәй беренселеге йомғаҡтары буйынса (мушкетерҙар йәше 23-кә тиклем) илдең йыйылма командаһы ойоштороласаҡ, ул ошо йәш төркөмөндәге Европа чемпионатында ҡатнашасаҡ. Был турнир Польшаның Гданьске ҡалаһында 27 — 29 апрелдә үтергә тейеш.