3 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2010 йыл, 10:06

Раил Сарбаев Республика спорт мәктәп-интернатын ҡараны

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев спорт профилендәге 5-се республика мәктәп – интернатының матди-техник базаһы менән танышты.

Әлеге мәлдә мәктәптә республиканың 43 районынан 280 уҡыусы белем ала. Учреждение республика бюджеты иҫәбенән финанслана.  

Бина 1961 йылда төҙөлгән – тәүҙә унда йылғасыларҙың балалары өсөн мәктәп урынлаша. 1996 йылдан алып бында буласаҡ спортсыларҙы уҡыта башлайҙар. Премьерҙы оҙатып йөрөүсе БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин әйтеүенсә, бөгөн ул Башҡортостанда профессиональ спортсылар тәрбиәләүсе берҙән-бер интернат-мәктәп һанала. Балалар бында йәшәй, мәктәп программаһын үҙләштерә һәм спорт менән шөғөлләнә.

Спорт мәктәбе-интернаттары системаһы Башҡортостанда артабан үҫешәсәк. Республиканың төрлө райондарында кәм тигәндә бындай дүрт профилле уҡыу йорто ойоштороласаҡ.

Ә спорт һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәҫ – был турала Затон мәктәп-интернатының тәжрибәһе һөйләй. Директоры Геннадий Голдович әйтеүенсә, мәктәпте тамамлаған һәм әлеге уҡыусылары араһында Европа һәм донъя чемпионаттарының 60-тан ашыу призеры бар. Йәш спортсыларҙың һуңғы ҡаҙаныштары араһында – фехтование буйынса Европа беренселегендә Кирилл Личагин яулаған ике алтын миҙал, шул уҡ беренселектә Никита Нагаев алған алтын һәм көмөш һәм Аделина Заһиҙуллиналағы йәнә бер көмөш миҙал. Әлеге ваҡытта Кирилл Личагин Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында Баҡылағы Донъя беренселегендә Башҡортостан данын яҡлай.

Мәктәп директоры Геннадий Голдович Премьерға тренерҙар составы һәм бында йәйелдерелгән спорт төрҙәре тураһында һөйләне. Спорттағы төп йүнәлештәр – футбол, фехтование, бокс һәм грек-рим көрәше. Спорттың бар төрөндә лә Өфө мәктәбе иҫәбендә — республика, Рәсәй һәм донъя беренселектәренең юғары  наградалары. Был мәктәпте тамамлағандар араһында хатта олимпиада уйынсылары ла бар.

Бында етди әҙерлек алып барыла. Шуға ярашлы, балаларҙы һайлап алыу буйынса талаптар ҙа ҡаты. Мәктәпкә иң яҡшылар ғына эләгә ала. Һайлап алыуҙың беренсе этабы район ярыштары кимәлендә үтә, унда һәләтле һәм тырыш балалар билдәләнә.  Директор әйтеүенсә, ысын таланттар райондарҙа үҫә – күп осраҡта бында ауыл балалары уҡый, ә конкурс бер урынға һигеҙ-ун кешегә етә. Күп балалы ғаиәләләрҙән булғандар күп.

Премьер-министрҙы эш сәфәрендә оҙатып йөрөгән Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрованың әйтеүенсә, яңыраҡ мәктәп-интернатта комплексы тикшереү үткәрелгән. Һөҙөмтәләр һәйбәт. Педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырылған. Быйылдан алып бында инвалид балаларҙы социаль адаптациялау буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлаған.  

Әлеге ваҡытта инклюзив белем биреү идеяһы популярлыҡ яулай. Ул ошо мәктәп-интернат өлгөһөндә ҡулланыла ала. Буласаҡ паралимпиясылар әҙерләүгә уның бар мөмкинлектәре лә бар.  

Ғәжәп, ләкин ярайһы ҙур ҡаҙаныштары булған мәктәптең спорт мәктәбе исеменә лайыҡлы спорт залы юҡ. Көн һайын көндөң икенсе яртыһында тәрбиәләнеүселәр баш ҡаланың һәр төрлө спорт комплекстарына юллана. Был бик оҙаҡ ваҡытты ала һәм хәүефһеҙ ҙә түгел. Спорт мәктәбе тренерҙары был проблеманы Премьерға еткерҙе. Тренерҙар әйтеүенсә, юғары кимәлдәге спортсылар әҙерләр өсөн генә түгел, республика масштабында ярыштар үткәрергә лә мәктәпкә кәм тигәндә өс күп профилле спорт залы талап ителә.