9 декабрь, Йома

12 апрель 2010 йыл, 9:17

Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлайҙар

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда юлдарҙа ремонт эштәре башланды. БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы мәғлүмәте буйынса, дөйөм алғанда 181 километр юл япмаһын ремонтлау планлаштырыла.

Бөгөнгө көндә республиканың бар райондарында ла планға ярашлы эштәр башланған. Асфальтлы юлдарҙың  ныҡ зарарланған урындарын ямау, күперҙәрҙе ремонтлау, барьер кәртәләрен ҡуйыу, юлға билдәләүсе һыҙыҡтар һыҙыу һәм башҡа төрлө эштәр башҡарыла.

Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 14 мең километр тәшкил итә. Йәнә алты километры – күперҙәр һәм юл үткәргестәр.  

Ремонтҡа республика бюджетынан 900 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Эштәр ҡара көҙгә тиклем алып барыласаҡ.