2 декабрь, Йома

09 апрель 2010 йыл, 17:22

Силәбе өлкәһендә Башҡортостан өлгөһөндә картографик пландарҙы цифрлаштырасаҡтар

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ғәмәлдә күренеүенсә, байтаҡ төбәктәрҙә территориаларҙың фактик торошо Росреестрҙағы пландан айырыла. Көньяҡ Урал төбәге өсөн был мәсьәлә айырыуса ҡырҡыуҙарҙан һанала.  

«Новый Регион» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн көньяҡ Урал Росреестрында территорианы планлаштырыу схемаларының заманса цифрлы картографик нигеҙе юҡ. Силәбе өлкәһе буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Игорь Цыганаштың әйтеүенсә, Башҡортостандағы кеүек, өлкәлә лә торама пункттарҙың картографик мәғлүмәтен цифрлаштырыу мөһим.  

Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығынан әйтеүҙәренсә, беҙҙә был пилот проекты 2007 йылда бойомға ашырыла башлаған. Күсемһеҙ милек кадастры системаһын булдырыуға средстволар федераль һәм республика бюджетынан бүленгән. 2008 йылда 21 районға 1:10000 масштабында, 30 районға 1:2000 масштабында цифрлы картографик нигеҙ төҙөлгән. Уҙған йылда был эш дауам ителгән. Бөгөнгө көндә 54 райондың 39-ында эштәр тамамланған.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан бәл өлкәлә алдынғылар иҫәбендә. Республикала кадастр иҫәбенең автоматлаштырылған системаһы уңышлы эшләп килә.  Бындай системалар илдең бер нисә төбәгендә генә бар. Цифрлы картографик нигеҙгә күсеү яңы кимәлдә иҫәп алып барырға ярҙам итә.