Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Беренсе Башҡорт йәштәре ҡоролтайында ҡатнашыуға конкурс иғлан ителде

Сәйәсәт

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә 11 июндә Өфөлә, Конгресс-холда, беренсе Башҡорт йәштәре ҡоролтайы үтәсәк. Ул XXI быуатта башҡорт халҡының үҫеш проблемаларын һәм милли үҙенсәлекте һаҡлауҙа башҡорт йәштәренең ролен тикшерәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы Йәштәр ҡоролтайында ҡатнашыуға конкурс иғлан итә.

Конкурс башҡорт йәштәренең мөһим проблемаларын асыҡлауға; башҡорттар араһынан ижади, ижтимағи әүҙем йәштәрҙе асыҡлауға; хәҙерге башҡорт йәштәренең проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләүгә; беренсе Йәштәр ҡоролтайына делегаттар һайлауға йүнәлтелгән.

Унда башҡорт милләтенән 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. Дәғүәселәр 30 апрелгә тиклем заявка бирергә һәм башҡорт йәштәре өсөн мөһим темаларҙы нигеҙләп һәм уларҙы хәл итеү юлдары бирелгән конкурс проектын Ойоштороу комитетына килтерергә тейеш. Заявкалар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50 адресы буйынса бирелә. E-mail: Kurultay-ufa@mail.ru, edermen.81@mail.ru

Конкурс еңеүселәрен Ойоштороу комитеты төҙөгән жюри билдәләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть