8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2010 йыл, 16:47

Өфөлә эскелек мәсьәләһен тикшерҙеләр

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә «Алкоголизм һәм йәмғиәттең социаль-әхлаҡи һаулығы» темаһына арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Уны Башҡортостан урыҫтары Соборы, БР Фәндәр академияһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР буйынса Эске эштәр министрлығы, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы Йорто, БР Балалар фонды, “Алкоголизм һәм накоманияға – юҡ” хәйриә фонды, Айыҡлыҡ өсөн көрәш Союзының Башҡортостан бүлеге, БР “Белем” йәмғиәте ойошторҙо.

Конференцияла Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың 15 ҡалаһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдары, йәмәғәт һәм дини ойошмалар, фән, мәғариф, медицина учреждениелары ҡатнашты.  

Илленән ашыу доклад һәм мәғлүмәт тыңланды. Төп һорауҙар ғаиләләге, балалар һәм йәштәр мөхитендәге алкоголизмға, алкоголизм нигеҙендә ҡылынған енәйәттәргә, йәмғиәттең әхлаҡи һәм дини яҡтан сәләмәтләнеүенә, был өлкәлә учреждениелар һәм йәмәғәт ойошмаларына бурыстар ҡуйыу кеүек мәсьәләләргә ҡағылды.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иҫәпләүҙәре буйынса, Рәсәйҙә алкоголь ҡулланыу кимәле юғары булып ҡала һәм йылына кеше башына 16,2 литр тәшкил итә. Шул уҡ мәлдә беҙҙең ил донъяла иң күп эсеүсе лә түгел. Ләкин эскелек йәмғиәт сәләмәтлегенә, бер нисә этносҡа һәм дәүләт хәүефһеҙлегенә янай.  

Фәнни тикшеренеүҙәр буйынса, Башҡортостандың 19 процент халҡы ғына иҫерткес эсемлектәр ҡулланмай. Шул уҡ мәлдә һәр икенсе кеше ял көндәрендә даими эсә — асыҡлап әйткәндә, был 65% ҡатын-ҡыҙ һәм 50% ир-егеттәр. Бынан тыш, ирҙәрҙең 10 проценты һәм ҡатындарҙың 1,6 проценты алкоголь эсемлектәрҙе көн дә ҡуллана.

Конференция сиктәрендә мәғариф, медицина белгестәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең алкоголизм проблемаларын хәл итеү буйынса эш тәжрибәләре тураһында мәғлүмәт тыңланды.  

Йыйылышта ҡатнашыусылар эскелекте профилактикалау буйынса властың республика һәм муниципаль органдарына тәҡдимдәрен индереп, резолюция ҡабул итте.

Конференция төрлө кимәлдәге һәм төрлө тармаҡтағы власть вәкилдәренә һыраны алкоголь эсемлектәр иҫәбенә индереү тураһында федераль закон сығарыуҙы һәм алкоголь продукцияһын етештереү һәм реализациялауға дәүләт монополияһын индереү тураһында закон ҡабул итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.