8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2010 йыл, 16:44

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды грантын алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының (WWF) “Рәсәй ҡурсаулыҡтары һәм тәбиғи парктары” программаһы тарафынан ойошторолған айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары өсөн бәләкәй гранттар конкурсында еңеп сыҡты. Быйыл конкурс 12-се тапҡырына үткәрелә һәм ул “Тәбиғәтте һаҡлау хаҡына ҡурсаулыҡтың бизнес менән хеҙмәттәшлеге” девизы аҫтында үтә. Унда ҡатнашыусылар үҙ проектын эшләргә һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн бизнес-партнерҙар табырға тейеш ине.

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Гөлназ Мөхәмәтйәрова һөйләүенсә, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының “Бер-беребеҙгә ярҙам итеп үҫәсәкбеҙ” исемле проекты конкурста еңеүсе бишәү иҫәбенә инде һәм грант яуланы. Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды 400 мең һум бүләсәк, ҡалған сығымдар ҡурсаулыҡтың бизнес-партнерҙары иңенә төшә. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡурсаулыҡ етәкселегенә Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте, «Ҡырағай бал» фәнни-производство үҙәге, «Тәңре» экологик берләшмәһе, «Шүлгән-тур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙам итте.

Хәҙер ноябргә тиклем ҡурсаулыҡҡа проектты тормошҡа ашырырға кәрәк. Ул солоҡ умартасылығының уникаль продукцияһын Рәсәй баҙарына сығарыуҙы, экскурсия-туризм хеҙмәтләндереүҙәрен камиллаштырыуҙы, ҡышҡы ялды үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Проект сиктәрендә белгестәр туристик турҙарҙы йыл буйына тигеҙ бүлергә маташа. Бының өсөн июндә махсус диспетчер хеҙмәте ойоштороласаҡ, ул туристарға һал менән ағып төшөүҙәр, ат маршруттары тураһында хәбәр итәсәк һәм йәшәү урыны табып ҡуясаҡ.