Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2010» конкурсының беренсе туры тамамлана

Йәмғиәт

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2010» республика педагогик оҫталыҡ конкурсының беренсе туры тамамлана. Уның сиктәрендә педагогтар тәжрибә уртаҡлашып өлгөрҙө, асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре үткәрҙе, инновацион педагогик проекттары менән таныштырҙы. Ярымфиналсыларҙың исемдәре шәмбе көндө, 10 апрелдә билдәле буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ярыштарҙа 120-нән ашыу кеше ҡатнаша. Ярыш еңеүсеһенән тыш, иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡланасаҡ.  Икенсе этапта конкурсанттарға мастер-кластар үткәрергә, халыҡ алдында лекция менән сығыш яһарға, бәхәстәрҙә ҡатнашырға тура киләсәк.  

Еңеүселәр сараны ябыу тантанаһында иғлан ителәсәк, ул 13 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть