9 декабрь, Йома

09 апрель 2010 йыл, 15:41

Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы йәмғиәте эшләй башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Өфөлә, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында, Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы йәмғиәтенең ойоштороу конференцияһында  Башҡортостандың ғәрәп донъяһы илдәре менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек перспективалары тикшерелде. Был сараға республиканың дәүләт власы, йәмәғәт ойошмалары, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм  Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты, республика бизнес-берләшмәһе вәкилдәре, шулай уҡ ғәрәп илдәренән ҡунаҡтар йыйылды.

— Башҡортостанда бындай йәмғиәт төҙөү зарурлығы күптән инде өлгөрөп еткән, — тип иҫәпләй БР Президентының өлкән референты Марат Ямалов. — Һуңғы 20 йылда, Рәсәй яңы үҫеш баҫҡысына аяҡ баҫҡас, ил төбәктәре яғынан тышҡы сәйәси эшмәкәрлек әһәмиәте ҡырҡа үҫте. Мәҫәлән, был ваҡыт эсендә республикабыҙ хеҙмәттәшлек иткән дәүләттәр һаны өс тапҡырға артты. Ғәрәп донъяһы илдәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек Башҡортостан өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки был илдәр мәҙәниәтенең төп асылы булып торған ислам борон-борондан беҙҙең республикабыҙ мәҙәниәтенең дә айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шуға күрә лә Рәсәйҙең башҡа күп төбәктәренә ҡарағанда беҙгә был сит ил партнерҙары менән уртаҡ тел табыу күпкә еңелерәк.

Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы йәмғиәте төҙөүҙе Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов та хупланы. Сауҙа өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүгә Башҡортостан да, ғәрәп илдәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Был партнерлыҡтың дәүләт кимәлендә яҡлау табыуы мөһим. Бөгөн республиканың бизнес-берләшмә вәкилдәре ғәрәп илдәре менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҙ аллы юлға һалырға маташа. Ләкин бындай хеҙмәттәшлек системаға һалынмаған һәм бер нисә осраҡ менән генә сикләнә. Башҡортостандан ғәрәп илдәренә нефть промыслаһы, төҙөлөш ҡорамалдары, нефть-химия, металлургия, туҡыу сәнәғәте продукцияһы, ағас сығарыла. Үҙ сиратында, ғәрәп илдәренән Башҡортостанға аҙыҡ-түлек продукттары, төҙөлөш материалдары, өҫ кейеме, туҡыма индерелә.

Дөйөм алғанда, республикабыҙҙың ғәрәп донъяһы менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре күпкә киңерәк. Мәҫәлән, ғәрәп илдәре, шулай уҡ Башҡортостан территорияһында туризмды үҫтереү һәм ҡунаҡханалар төҙөү буйынса берлектәге эш бик тә перспективалы. Әйткәндәй, был турала һөйләшеүҙәр алып барыла ла инде. Мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү ҙә файҙалы буласаҡ.

Конференцияла шулай уҡ республикабыҙҙың дини ойошмалары вәкилдәре, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә уҡытыусылары, ғәрәп илдәренән ҡунаҡтар сығыш яһаны.  БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов күптән түгел үҙенең Башҡортостан делегацияһы менән Мысырға барып ҡайтыуы тураһында һөйләне.