Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө хирургтары зарарланған ҡан тамырҙарына авария “ямауын” ҡулланасаҡ

Йәмғиәт

Рәсәйҙә тәүге тапҡыр зарарланған ҡан тамырҙарына, орган бөтәшеп, уның кәрәге ҡалмағас, үҙенән-үҙе тарҡала торған авария “ямауы” уйлап табылған. Өфө хирургтары яҡын арала был алымды операция ваҡытында ҡулланырға ниәтләй.

Һуңынан кире алыуҙы талап итмәгән был ҡан тамырҙары протезы Рәсәй фәндәр академияһының Себер бүлеге Биофизика институтында эшләнгән. Зарарланған учаткаға кейҙерелеп, ул йыртылған туҡымаларҙы берләштерә. Туҡымалар бөтәшкәнсе, конструкция органдың зарарланған стенаһын ҡаплай һәм уға функцияһын тейешле кимәлдә үтәргә мөмкинлек бирә. Артабан протез организмға зыян килтермәйенсә, үҙенән-үҙе таралып, һеңеп бөтә.  

"Башинформ" агентлығына Новосибирск Академҡаласығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә үҙен-үҙе юҡ итеүсе эндопротез Рәсәй фәндәр академияһы Себер бүлеге Биофизика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Екатерина Шишацкая менән уйлап табылған, ул шул рәүешле ҡайһы бер бактерияларҙың эшмәкәрлеге продукттарынан алынған тәбиғи полимерҙарға ҡулланыу тапҡан. Үҙенең асышы өсөн Екатерина Шишацкая Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть