3 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2010 йыл, 13:17

Нижегородканы төҙөкләндереү – оҙайлы эш

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығында Нижегородка биҫтәһен планлаштырыу проектын тикшерҙеләр. Уның өҫтөндә эшләгәндә проектлаусылар буласаҡ төҙөлөш майҙансығын һыу баҫыуҙан һаҡлауға төп иғтибар бирҙе. Атап әйткәндә, улар ер түгеп, Нижегородканы бер ни тиклем күтәрергә тәҡдим итте, быға 11 миллион кубометр тупраҡ, балсыҡ һәм ҡом ташыу талап ителәсәк. Шулай уҡ Ағиҙел яры буйлап туғыҙ километр оҙонлоғонда ташҡынға ҡаршы дамба төҙөргә планлаштырыла. Ул иң көслө ташҡында ла һыу инеүгә юл ҡуймаҫҡа тейеш.

Проектҡа ҡойон канализацияһы һәм дренаж коллекторҙары схемаһы инде. Былар барыһы ла халыҡҡа яуым-төшөм ваҡытында уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Әммә был проект бик ҡиммәт һәм ҡатмарлы, шуға күрә алыҫ перспективаға күҙ тотола. Уны тулы күләмдә тормошҡа ашырыуға бер утыҙ йылдан һуң ғына өлгәшеләсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына Өфө Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығынының перспективалы үҫеш бүлеге начальнигы Вәсил Минһажев хәбәр итте.

Бөгөн Нижегородка Өфөнөң бик аҙ төҙөкләндерелгән биҫтәләренең береһе булып тора. Ундағы халыҡтың күбеһе шәхси секторҙа йәшәй. Микрорайон инженер һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә, яңы йорттар төҙөүгә мохтаж һәм күптән инде Өфө Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығының күҙ уңына алынған.