8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2010 йыл, 12:56

Башҡортостан парламенты депутаты Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен алды

автор: Николай Ермоленко

РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Ҡушбүләк» крәҫтиән хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Мәүзир Латиповҡа ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Мәүзир Латипов 1960 йылдың 8 мартында Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында тыуған. Юғары белемле – Мәскәү кооперация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1978 йылда Туймазы райпоһының экспедиторы булып башлай. Хәрби хеҙмәт һәм институтта уҡыу йылдарынан һуң 1985–1990 йылдарҙа Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында товаровед булып эшләй. 1991 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем  – «Ҡушбүләк» крәҫтиән хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Мәүзир Латипов – республикала һәм унан ситтә киң билдәле йәшелсә үҫтереүселәр династияһынан. Династияны ағаһы Әхәт башлаған, унда шулай уҡ ҡусты-ағалары Рафиҡ, Мәғсүм һәм Таһир, апайҙары Әминә һәм Гүзәлиә инә.