Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

“Әл-Әзһәр”ҙә Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәсми вәкиле Башҡортостандан тәғәйенләнеүе мөмкин

Сәйәсәт

«Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында Рәсәй Мөфтөйҙәр советының (РМС) яңы рәсми вәкиле Башҡортостандан тәғәйенләнер, моғайын. Был турала БР мосолмандары Диниә назаратында уҙған матбуғат конференцияһында Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов хәбәр итте.

РМС-тың «Әл-Әзһәр»ҙәге тәүге вәкиле былтыр апрелдә Ҡаһирәлә үткән РМС делегацияһының был вузда уҡыған Рәсәй студенттары менән осрашыуында һайланғайны. Ул Мысырҙағы ватандаштарыбыҙҙың Координацион советы рәйесе урынбаҫары Рубин Мөниров булды. Әммә тиҙҙән Рубин Мөниров был эшмәкәрлеген тамамлай, һәм хәҙерге ваҡытта РМС был вазифаға яңы кандидатура эҙләй.

— Әлегә РМС-тың “Әл-Әзһәр”ҙәге яңы рәсми вәкиле итеп кем һайланасағы аныҡ ҡына билдәле түгел, — тине Руслан Саяхов. – Әммә уның был юлы беҙҙең республикабыҙҙан һайланасағына нигеҙҙәр бар. Сөнки бөгөн Башҡортостандан “Әл-Әзһәр”ҙә уҡыған 50-ләп студентыбыҙ башҡа төбәктәрҙән үҙ коллегаларынан ҙур ойошҡанлығы һәм әүҙемлеге менән айырылып тора, урындағы властар менән низағҡа инмәй, Мысырҙа үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша. Беҙ быға күптән түгел Башҡортостандан делегациябыҙҙың Мысырға сәфәре барышында үҙебеҙ күреп инандыҡ. Бынан тыш, Рәсәйҙең Мысырҙағы илселеге лә ошондай уҡ фекерҙә. Үҙ яғынан БР мосолмандарының Диниә назараты «Әл-Әзһәр»ҙә Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәсми вәкиле вазифаһына байтаҡ лайыҡлы кандидатуралар тәҡдим итә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть