Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

«Өфө» аэропортында яңы коллектив договор ҡабул ителәсәк

Иҡтисад

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында 2010-2012 йылдарға коллектив договорҙың яңы проекты эшләнде. Проект күсермәһе менән бюллетень сығарылып, танышыу һәм тәҡдимдәр индереү өсөн бөтә хеҙмәттәргә һәм структура подразделениеларына таратылды.

Коллектив договор — ул предприятиела эш биреүсе менән хеҙмәткәр араһында хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм профессиональ мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе документ. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында бындай акт өсөнсө тапҡырына төҙөлә.

Элекке колдоговорҙың яңы редакцияһына хеҙмәт закондарындағы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, авиапредприятие хеҙмәткәрҙәренең эште юғары яуаплылыҡ менән һәм сифатлы итеп башҡарыуына ынтылышын арттырыуға, социаль льготаларҙы һәм түләүҙәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән, аэропорт коллективы өсөн мөһим өҫтәмәләр индерелде.

Яңы документ проектын әҙерләү менән эш биреүсе вәкилдәренән һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәренән торған махсус комиссия шөғөлләнде, ул хеҙмәткәрҙәрҙең күп теләктәрен иҫәпкә алды. Комиссияға аэропорттың төрлө бүлектәренән һәм хеҙмәттәренән 60-тан ашыу тәҡдим бирелде.

Яңы коллектив договор авиапредприятие хеҙмәткәрҙәренең 15 апрелгә билдәләнгән профсоюз конференцияһында ҡабул иткәндән һуң көскә инәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть