4 декабрь, Йәкшәмбе

09 апрель 2010 йыл, 10:46

Биогаз комплексы төҙөү перспективалары ҡарала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөгә “ЕРС Инжиниринг Консалтинг” (Германия) фирмаһының башҡарыусы директоры Тим Хенкель әфәнде килде. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, немец ҡунағы «Максимовка сусҡасылыҡ комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, «Максимовка» агросәнәғәт комплексы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Рощинский» совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына барҙы. Унда биогаз комплексын төҙөү буйынса проектты ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Сәфәр барышында ҡунаҡты республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин оҙатып йөрөнө. Европа фирмаһы директорының эш сәфәре 11 апрелгә тиклем дауам итәсәк.