9 декабрь, Йома

09 апрель 2010 йыл, 10:25

Мортаза Рәхимов Австрияла булып ҡайтты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

8 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Австрияла булды.

Пёхларн ҡалаһында Мортаза Рәхимов «Ласселсбергер» компаниялар төркөмөнөң төп производство подразделениеларының береһе – «Цемикс» заводына барҙы. Предприятие төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдар сығара. «Цемикс» заводында Башҡортостан Президенты «Ласселсбергер» компанияһы етәкселеге менән эш осрашыуы үткәрҙе. Уның барышында аҙ ҡатлы йорттар етештереү буйынса берлектәге инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Предприятиела Мортаза Рәхимовҡа тиҙ арала күтәреү технологияһы буйынса йыйылған торлаҡ йорт өлгөһөн күрһәттеләр. Тиҙҙән бындай йорттарҙы сәнәғәт етештереүе Башҡортостанда ла юлға һалынасаҡ. Проектты Австрияның «ЛБ Инжиниринг ГмбХ» компанияһы менән берлектә “Үҙ йортом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тормошҡа ашыра. Башҡортостан Президентына һөйләүҙәренсә, аҙ ҡатлы йорттар етештереү технологияһы панелдәр ҡулланыуға нигеҙләнә. Уларҙы заводта етештерәләр. Панелдәр йортта стена, иҙән, бүлмә-ара һәм түшәм элементы булараҡ файҙаланыла. Составы буйынса панелдәр ағас конструкцияларға оҡшаш, ләкин заманса, энергяны һөҙөмтәле файҙаланыу үҙенсәлегенә эйә.

Тиҙ арала күтәрелеүсе йортто ҡарағанда Мортаза Рәхимов проектты ыңғай баһаланы һәм уны тормошҡа ашырыуҙың Башҡортостан өсөн мөһим булыуын билдәләне. Республика Президенты буласаҡ производство күләмдәре һәм йорттарҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр әйтеүенсә, тәүҙә йылына 1,5 мең самаһы йорт етештерәсәктәр. Торлаҡта эске биҙәү эштәре үткәреләсәк, йорт конструкцияһын предприятие белгестәре 6-7 көндә ҡороп ултыртасаҡ.

Мортаза Рәхимов шулай уҡ аҙ ҡатлы йорттарҙа автономиялы альтернатив йылытыу системалары урынлаштырыу мөмкинлеген дә билдәләне. Ошоға бәйле йортто ҡарағанда республика Президенты ҡаты яғыулыҡта эшләүсе һәм коттедж тибындағы йорттарҙа ҡулланылыусы яңы ҡаҙанлыҡтар эшләнмәләре менән ҡыҙыҡһынды.

Мортаза Рәхимов фекеренсә, аҙ ҡатлы йорттар һалыуҙы үҫтереү – Башҡортостандағы социаль сәйәсәттең мөһим өҫтөнлөктәренең береһе. Республика Президенты «аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө өсөн шарттар тыуҙырып һәм уға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уны комплекслы һәм күпләп үҫтереүҙе тәьмин итеү” бурысын ҡуйҙы. Яҡын биш йыллыҡта  республикала эконом-класлы 10 мең йорт һалынырға тейеш.

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың Австрияға эш сәфәрендә республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин ҡатнашты.