8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2010 йыл, 9:27

Башҡортостанда «Парктар маршы -2010» үтә

автор: Ғәлиә Нәбиева

21 апрелдән 24-енә тиклем Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса республикала «Парктар маршы-2010» үтәсәк.

Был акция 1996 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. Уның маҡсаты — кешеләрҙе тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегендә ҡатнашыуға йәлеп итеү, тәбиғәтебеҙ матурлығы өсөн ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһо уятыу. «Парктар маршы» сиктәрендә быйыл умырзаяларҙы һаҡлау, тәбиғи урмандарҙы һәм ултыртылған ағастар һыҙаттарын таҙартыу, урамдарҙа һәм ихаталарҙа сүп-сарҙы йыйыштырыу, йәшелләндереү буйынса тәбиғәтте һаҡлау акциялары үтәсәк.

БР Экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың уҡыу йорттарында экологик дәрестәр, тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һәм айырым һаҡланған тәбиғәт территорияларын һаҡлау зарурлығы тураһында әңгәмәләр һәм лекциялар үткәреү ҡарала. Акцияла дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, “Башҡортостан” милли паркы, тәбиғәт парктары, заказниктар, балалар экологик ойошмалары әүҙем ҡатнашасаҡ.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «Парктар маршы-2010» республика акцияһына 2010 йылдың 1 июненә тиклем йомғаҡ яһаясаҡ.

«Парктар маршы» акцияһында республиканың бөтә халҡы ҡатнаша ала. Ул тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау эшенә ҙур өлөш индерә, үҫеп килеүсе быуында үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың, бәшмәктәрҙең тәбиғи төрлөлөгө, ҡурсауға алынған биләмәләрҙең уникаль әһәмиәте тураһында төшөнсә, тыуған яғыңа һаҡсыл һәм яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләй.