5 декабрь, Дүшәмбе

09 апрель 2010 йыл, 9:01

«Башсельхозтехника» «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре-2010» энциклопедияһына индерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре – 2010» энциклопедияһына индерелде, тип хәбәр итте нәшриәттең матбуғат хеҙмәте.

«Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы 1961 йылда ойошторолоп,1978 йылда «Госкомсельхозтехника»ға үҙгәртелгән «Сельхозтехника» республика предприятиеһының вариҫы.

Предприятие республика ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Агросәнәғәт комплексы предприятиеларына заманса техника һатып алыуҙа, тәғәйен запас частары менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтә. Йыл һайын БР Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә «Башсельхозтехника» республика тематик семинар-кәңәшмәләр ойоштора, унда техниканы эш барышында демонстрациялай.

1994 йылдан предприятие лизинг компанияһы иҫәпләнә һәм «Росагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең операторы вазифаһын башҡара. Яҡын арала предприятие белгестәре 2008-2012 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә федераль лизинг буйынса программаға ҡушылырға ниәтләй.

Бөгөн «Башсельхозтехника» мәрхәмәтлек проекттарында һәм социаль акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар йорттарына, ололарға матди ярҙам күрһәтә, дини ҡоролмалар төҙөлөшөнә хәйриә иғәнәләре индерә.

Предприятиены Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыштағы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Тимерғәлин етәкләй.

«Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре – 2010» энциклопедияһы башҡарма властың федераль һәм төбәк органдары хеҙмәттәшлегендә «СПЕЦ-АДРЕС» нәшриәте менән сығарыла.