10 декабрь, Шәмбе

08 апрель 2010 йыл, 17:46

Башҡортостанда йәш ғалимдар өсөн конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы 2009 йылда фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүгә документтар ҡабул итеүе тураһында иғлан итте.

Ул БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән 2002 йылда республиканың фәнни ҡеүәтен үҫтереү һәм иң һәләтле йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырыла.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был осорҙа 14 йәш ғалим һәм ете коллектив лауреат булды.

Йыл һайын тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә өс премия бирелә.

Конкурста ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары,  аспиранттар, докторанттар, халыҡ хужалығы белгестәре шәхси рәүештә, шулай уҡ авторҙар коллективы составында (иң күбе биш кеше) ҡатнаша ала. Дәғүәселәрҙең йәше 35 йәштән ашмаҫҡа тейеш.

Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә күрһәтелгән ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре (дәүләт сере булып торған мәғлүмәттәрҙән тыш) матбуғатта баҫылып сыҡҡан булырға тейеш.

Эштәр 1 июлгә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 251-57-11.

темалар: конкурстар