9 декабрь, Йома

08 апрель 2010 йыл, 16:46

Бөгөн – Рәсәй триколоры һәм ҡыҙыл флагтың иҫтәлекле көнө

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн – ватан геральдикаһы өсөн икеләтә иҫтәлекле көн. Тарихи Рәсәй триколоры һәм 70 йылдан ашыу илебеҙҙең дәүләт символы булып торған ҡыҙыл байраҡ ике тапҡыр бер-береһен 8 апрелдә алмаштырҙы.

Беренсе тапҡыр был 1918 йылда була. Ул саҡта Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының большевиктар фракцияһы йыйылышында Яков Свердлов совет власының тәүге айҙарында хәрби байраҡ ролен үтәгән ҡыҙыл туҡыманы дәүләт флагы итергә тәҡдим индерә. Был тәҡдим бер тауыштан ҡабул ителә. Һәм ул ваҡытҡа тиклем рәсми рәүештә илебеҙҙең милли символы булып ҡалған Рәсәй триколоры үҙ урынын ҡыҙыл флагка бирә.

Теүәл 73 йылдан һуң, 1991 йылдың 8 апрелендә, РСФСР Министрҙар Советының Хөкүмәт комиссияһы ҡарары буйынса Рәсәйгә дәүләт символы сифатында уның тарихи өс төҫтәге флагы ҡайтарыла.