9 декабрь, Йома

08 апрель 2010 йыл, 16:44

Куйбышев тимер юлының Мәскәү йүнәлеше ҙур һорау менән файҙалана

автор: Любовь Колоколова

Мартта  Куйбышев магистрале станцияларынан алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа 393 мең пассажир сәфәргә сыҡҡан.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иң күп пассажирҙар Куйбышев тимер юлының Һамар, Пенза, Башҡортостан бүлексәләренән ултырған. Һамар бүлексәһендә 130 меңдән ашыу пассажир тимер юл транспорты менән файҙаланған, Пензала – 103 меңдән ашыу. 80 меңгә яҡын пассажир Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһенән оҙон юлға сыҡҡан.  

Белгестәр әйтеүенсә, алыҫ араға йөрөүсе поезд пассажирҙарының әүҙемлегенә ниндәйҙер кимәлдә “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән индерелгән һәм йыл әйләнәһенә ғәмәлдә булған тарифтарҙың һығылмалы графигы ла йоғонто яһайҙыр, моғайын.

Йола буйынса, Мәскәү тарафы һорау менән файҙаланған йүнәлеш булып ҡала. Март айында Куйбышев тимер юлы оҙатҡан пассажирҙарҙың 40 проценты Мәскәүгә йүнәлгән. Мәскәү йүнәлешендәге сәфәрҙәрҙең күбеһе элеккесә эш буйынса тип билдәләнә.  

Йәйге отпускылар һәм каникулдар миҙгеле еткәс, ғәҙәттәгесә, көньяҡ йүнәлешендә пассажирҙар ағымы артасаҡ.  

темалар: тимер юл