5 декабрь, Дүшәмбе

08 апрель 2010 йыл, 16:08

Төҙөлөш индустрияһы көрсөктән сығыу юлын эҙләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығында киңәйтелгән ултырыш үтте, унда төбәк төҙөлөш тармағының киҫкен проблемалары тикшерелде. Ведомство башлығы Рауил Ибәтуллин сәнәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары етәкселәрен производство программаһын, ҙур һорау менән файҙаланған продукция составын һәм ассортиментын ҡайтанан ҡарарға, шулай уҡ иң яҡын һатыу баҙарҙарын етди өйрәнергә саҡырҙы. Был, иң элек, индустрияла хәлдең ауыр булыуы менән бәйләнгән.

2009 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 72,4 процент тәшкил итте. Продукция етештереү күләмдәре 2008 йылға ҡарата ике тапҡырға тиерлек кәмене. Был, үҙ сиратында, төҙөлөш тармағында эшләүселәр һаны һәм эш хаҡы кәмеүгә килтерҙе. Атап әйткәндә, кирбес етештереү өлкәһендә хәл ҡатмарлы. Республикала 2009 йылда был төҙөлөш материалы 374 миллион дананан ашыу етештерелде. Был 2008 йыл менән сағыштырғанда байтаҡҡа кәмерәк. Ул саҡта төбәктә 537 миллион дана кирбес етештерелгәйне.

Бөгөн Башҡортостандың төҙөлөш комплексы проектлау, төҙөлөш материалдары сығарыу, төҙөү, реконструкциялау, ҡайтанан техник ҡоралландырыу һәм объекттарҙы капиталь ремонтлау буйынса биш меңдән ашыу ҙур, урта һәм бәләкәй ойошмаларҙы берләштерә. Һәм был предприятиеларҙың һәр береһе көрсөктән сығыу юлдарын ныҡышмал эҙләй.