4 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2010 йыл, 15:33

Чехия һәм Башҡортостан бизнес вәкилдәренең эшлекле осрашыуы үтә

автор: Эльвира Латипова

Чехия Республикаһының финанс министры Эдуард Янота Учалы районында эзбиз-цемент производствоһын ойоштороу буйынса проектты тормошҡа ашырыуға һәр яҡлап булышлыҡ итергә әҙерлектәрен белдерҙе. Ул шулай уҡ Башҡортостанда башҡа инвестицион проекттарға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә ҡарарға әҙер.

Хәбәр итеүебеҙсә, Чехияның финанс министры етәкселегендә Чехия Республикаһы бизнес-делегацияһы Өфөгә кисә килде. Потенциаль партнерҙар менән бизнес-осрашыу улар ҡатнашлығында тәүге рәсми сара булды.

— Бында берлектәге проекттар байтаҡ, һәм мин уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә алырмын, тип ышанам. Был минең сәфәремдең төп маҡсаты булып тора ла, — тине Янота әфәнде.

Үҙ яғынан, Чехия һатыу баҙарҙарын киңәйтеү яҡлы. Был дәүләттең иҡтисадының 80 проценттан ашыуы экспортҡа бәйле. Ошо яҡтан Башҡортостан баҙары чехтар өсөн бик отошло. Ике республика араһында йыллыҡ тауар әйләнеше бөгөн миллиард ярым доллар тәшкил итә. Үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуын иҫәпкә алып, күләмдәрҙең артыуына күҙ тоторға мөмкин.

Бөгөнгө бизнес-осрашыуҙа өс тиҫтәгә яҡын Чехия фирмалары һәм Башҡортостандың 70-тән ашыу компанияһы вәкилдәре ҡатнаша.

— Беҙ берлектәге предприятиеларҙы ойоштороу яҡлыбыҙ һәм бөтә кәрәкле инфраструктураны булдырырға әҙербеҙ, — тине БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров. – Перспективалар яҡшы. Мәҫәлән, ағас эшкәртеү өлкәһендә базар эш итеүе өс миллиард доллар күләмендә баһалана. Был эске баҙарҙың тармаҡ продукцияһына талабы ғына. Экспорт потенциалы ла ҙур.

Өфө фәндең алғы һыҙығында: Рәсәйҙең нанотехнологияларҙы үҫтереү үҙәктәренең береһе тап бында. Чехия партнерҙарын Башҡортостан ғалимдарының нанокимәлдә металдар һәм полимерҙар менән эшләүе ҡыҙыҡһындыра алыр ине. Башҡортостанға ла Чехия технологиялары ҡыҙыҡлы.

Осрашыуҙың рәсми өлөшөн тамамлап, Чехия Республикаһының БДБ илдәре буйынса Сауҙа палатаһы менән Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.