Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Төҙөлөштө үҫтереүгә өс миллиард һум самаһы аҡса бүленә

Иҡтисад

2010 йылға республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан өс миллиард һумға яҡын аҡса бүлеү планлаштырыла. Был мәғлүмәттәрҙе Башкортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Был сумманың байтаҡ өлөшө халыҡҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль ярҙам буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға, шулай уҡ республиканың капиталь төҙөлөш объекттарын финанслауға йүнәлтеләсәк.

Быйыл тормошҡа ашырылған ҙур проекттарҙан Шамонин ҡасабаһындағы социаль мөһим объекттарҙы атарға мөмкин. Бында мәктәп һәм янғын һағы депоһы төҙөлә башлаясаҡ.

БР Төҙөлөш министрлығы матбуғат хеҙмәте вәкиле Фидарис Багаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, район һәм ҡалаларҙа ла  республика бюджеты средстволарына балалар баҡсалары, мәктәптәр, медицина учреждениелары һәм башҡа объекттар төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла.

Теги: төҙөлөш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть