5 декабрь, Дүшәмбе

08 апрель 2010 йыл, 12:23

Баҫыу эштәре 20 апрель тирәһендә башланасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен апрелдең 20-ләрендә башлаясаҡ. БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселекте интенсификациялау бүлеге белгестәре ошондай прогноздар бирҙе. Бөгөн ҡар йылдам ирей, ләкин ҡарҙан тулыһынса әрселгән баҫыуҙарҙа ла ер туң әле. Республиканың үҙәк райондары игенселәре дым ҡаплауға барыһынан да алдараҡ төшөргә тейеш. Ҙур тигеҙ баҫыуҙар тап ошонда урынлашҡан.

Республиканың агрономия хеҙмәте белгестәре дым ҡаплауға төшкәнгә тиклем күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культураларына ашлама индерергә тәҡдим итә. Ашлама индереүҙе саҡ ҡына туң ерҙә үткәреү файҙалыраҡ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы предприятиеларындағы минераль ашламалар запасы борсолоу тыуҙыра. Бөгөн республика буйынса һәр гектарға 21 килограмм урынына 8 килограмм ғына ашламалар запасы булдырылған. Агрономия конференцияларында минераль ашламалар һатып алыуға субсидиялар биреү өс культураны: кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө һәм бойҙай үҫтереү өсөн генә һаҡланыуы хаҡында күп тапҡырҙар телгә алынды. Шуның менән бәйле ауыл хужалығы предприятиелары тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн средстволар һатып алыу тураһында үҙҙәре хәстәрлек күрергә тейеш.

Алдағы баҫыу эштәренә яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителгән тиерлек. Хәҙер бурыстары булмаған ауыл хужалығы предприятиеларына яғыулыҡ һатып алыуға республика бюджетынан өҫтәмә субсидиялар бүлеү бара. Был маҡсаттарға бюджеттан 389 миллион һум бүленгән.

Тупраҡта дым запасы етерлек булмау һәм синоптиктар яҙын күп яуым-төшөм вәғәҙә итмәү сәбәпле, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре аграрийҙарҙы сәсеүҙе ҡыҫҡа  агротехник сроктарҙа үткәрергә саҡыра.