Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Немец теле аҙналығы» үтә

Йәмғиәт

Башҡортостанда 12-17 апрелдә «Немец теле аҙналығы» Башҡортостан –Германия мәғариф форумы үтә. Сараның инициаторҙары  — «Башҡортостан-Германия» Рәсәй – Германия дуҫлығы йәмғиәте, республиканың БР Немец теле уҡытыусылары, педагогтар, студент-германистар ассоциацияһы.  

«Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, республикала Германия мәҙәниәтенә һәм теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм арттырыу — быйыл бишенсегә үтәсәк форумдың төп маҡсаты.

Аҙналыҡ сиктәрендә бер нисә мәғариф саралары үтәсәк, шулар иҫәбендә немец телен уҡытыуҙың заманса алымдары һәм технологиялары тикшереләсәк республика фәнни-ғәмәли конференцияһы, Өфөнөң уҡыу йорттарында немец теле көндәре, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында конкурстар, олимпиадалар ойоштороу ҡаралған.  Мәҙәни программала — «Родина» кинотеатрында немец киноһы, немец йыры фестивалдәре, фотокүргәҙмә, концерт.

«Башҡортостанда немец теле: тәжрибә һәм перспективалар. Аралашсы мәҙәни ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре» темаһына түңәрәк өҫтәл форумдың йомғаҡлау сараһы буласаҡ.  

«Немец теле аҙналығы» БР Мәғариф министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты, Германия федератив республикаһының Мәскәүҙәге Илселеге, Гете исемендәге Немец мәҙәни үҙәге (Мәскәү), Германияның һәм Рәсәйҙең башҡа төрлө ойошмалары ҡатнашлығында ойошторола.

Теги: форумдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть