Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Австрияға барасаҡ

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Австрияға юллана.

Пёхларн ҡалаһында Мортаза Рәхимов «Ласселсбергер» компаниялары төркөмөнөң төп производство подразделениеларының береһе – «Цемикс» заводына барасаҡ. Был предприятие төрлө төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдарыны сығара. «Цемикс» заводына барғанда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Ласселсбергер» компанияһы етәкселеге менән эш осрашыуы үткәрәсәк, унда аҙ ҡатлы төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшереләсәк.

Предприятиела республика Президенты Мортаза Рәхимовҡа тиҙ төҙөлгән торлаҡ йорт өлгөһөн күрһәтәсәктәр. Тиҙҙән республикала «Үҙ йортом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аҙ ҡатлы эконом-класс йорттары өсөн йыйылма конструкциялар етештерә башлаясаҡ.

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың эш сәфәрендә республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть