9 декабрь, Йома

08 апрель 2010 йыл, 11:15

Авиация университетында – асыҡ ишектәр көнө

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында Асыҡ ишектәр көнө үтә.  Республикала ғына түгел, бар Рәсәйҙә алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе иҫәпләнгән уҡыу йортоноң потенциаль абитуриенттары ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән танышасаҡ, юғары уҡыу йорто етәкселеге һәм факультеттар, ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе, тест үткәреү үҙәге директоры менән осрашасаҡ. Шулай уҡ йәштәр университет буйлап экскурсияла йөрөйәсәк, уҡыу-инновацион үҙәктәрҙе, авиацион двигателдәр музейын ҡараясаҡ.

Мәктәп уҡыусыларын авиация двигателдәре, авиация приборҙар төҙөлөшө, авиацион-технологик системалар, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау факультеттары көтә.

Сара һигеҙенсе уҡыу корпусының ҙур залында сәғәт 14-00-дә башлана.

темалар: мәғариф